ПОДЛЕСНЫЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Подлесный а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 21 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 333 кеше; 1920 — 446; 1939 — 589; 1959 — 259; 1989 — 319; 2002 — 350; 2010 — 376 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Пёстровка а. (хәҙ. Оло Аксаков а.) кешеләре нигеҙ һала, 1846 й. алып билдәле. Шулай уҡ Кесе Аксаков, Түб. Мәҫәле, Түб. Пёстровка исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 25 йортта 176 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. почта һәм земство станциялары, шарап, һыра һәм 2 бакалея кибете, тирмән, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика