ПОБОИЩЕ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Побоище а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 55 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 122 км алыҫлыҡта Ямашлы й. (Һаҡмар й. басс.) башында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 192 кеше; 1920 — 369; 1939 — 577; 1959 — 782; 1989 — 284; 2002 — 247; 2010 — 194 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мораҡ 1‑се урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 18 б. уртаһында Ҡананикольск заводы эргәһендәге торама булараҡ Ивановка исеме м‑н нигеҙ һалына. Пенза һәм Тула наместниклыҡтарынан Мосоловтарҙың крепостной крәҫтиәндәре күсереп ултыртыла. Шулай уҡ Яңы Ивановка, Арыш исемдәре м‑н теркәлгән. 18 б. 70‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә [Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡиғаларына бәйле]. 1866 й. 8 йортта 65 кеше йәшәгән. Заводта эшләгәндәр, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика