ПЛОДОЯГОДНЫЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Баҡалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 6 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 78 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 111 кеше; 1989 — 180; 2002 — 202; 2010 — 189 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). П. — Баҡалы емеш үҫтереү с‑зының үҙәк усадьбаһы. 1939 й. һәм 1953 й. араһында Емеш‑еләк совхозы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика