ПЛАТОНОВ (Климентов) Андрей Платонович [20.8. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 16.8.) 1899, Воронеж ҡ. — 5.1.1951, Мәскәү], яҙыусы. П. ижадына ҡатмарлы, йыш ҡына трагик донъяға ҡараш, үҙенсәлекле стиль хас. Әҫәрҙәрендә революцион үҙгәртеп ҡороуҙарҙан төңөлөү, тормошта көсләп тағылған соц. үҙгәртеүҙәрҙе ҡабул итмәү сағыла. Сәйәси эҙәрләүҙәргә дусар ителә, байтаҡ әҫәрҙәре үҙе үлгәндән һуң ғына баҫыла. “Чевенгур” (1927; 1972 й. баҫылған), “Бәхетле Мәскәү” (“Счастливая Москва”; 1933—34, тамамланмаған; 1991 й. баҫылған) романдары, “Епифан шлюздары” (“Епифанские шлюзы”; 1927), “Градов ҡалаһы" (“Город Градов”; 1928), “Котлован” (1930; 1964 й. баҫылған), “Потудань йылғаһы” (“Река Потудань”; 1937) һ.б. повестар авторы. 1941—42 йй. Өфөлә йәшәй. “Ватан күге аҫтында” (“Под небесами Родины”; 1942) хикәйәләр йыйынтығында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында еңеү өсөн Башҡортостанда йәшәүселәрҙең патриотизмы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте күрһәтелгән. Байтаҡ башҡ. халыҡ әкиәттәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Ювенильное море: повести, роман. Уфа, 1990.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика