ПИОНЕРСКИЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Спартак а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 14 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 123 кеше; 1989 — 210; 2002 — 205; 2010 — 220 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Спартак урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 40‑сы йй. аҙ. пионер лагеры урынында ҡасаба булараҡ нигеҙһалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика