ПЕТРЯЕВ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ибраһим а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 967 кеше; 1920 — 1156; 1939 — 823; 1959 — 588; 1989 — 226; 2002 — 272; 2010 — 255 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар. Ауылға 1791 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Өфө өйәҙе Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яңы суҡындырылған морд‑ валар нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Пётр Наумов исеме м‑н аталған. Шу‑ лай уҡ Тереңғ(ҡ)ол, Тереғол исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 89 йортта 641 кеше йәшәгән. Игенселек, арба, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1896 й. һыу тирмәне, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. П. эргәһендә Петряев ҡурғандары табылған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика