ПЕТРОПАВЛОВКА, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡәлмиәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 21 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 100 кеше; 1920 — 378; 1939 — 301; 1959 — 218; 1989 — 231; 2002 — 312; 2010 — 291 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы бар.

Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙендә Петропавлов ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика