ПЕТРОПАВЛОВКА, О р л о в к а, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Денис а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 179 кеше; 1920 — 292; 1939 — 372; 1959 — 217; 1989 — 196; 2002 — 279; 2010 — 209 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сәйет урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға 20 б. башында Орёл губ. күскенселәре Петропавловский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 20‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика