ПЕТРОВСКИЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Шыға й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1989 кеше; 1920 — 2608; 1939 — 3248; 1959 — 3273; 1989 — 2613; 2002 — 2759; 2010 — 2580 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы Маҡар урман хужалығында эшләй. 88‑се ПУ, урта мәктәп, балалар йорто, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү, мәсет бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә П. Киндяковтың алпауыт крәҫтиәндәре Киндяков исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә (сиркәүҙең исеме б‑са). 1865 й. П. (Кәнбәк) 165 йортта 1197 кеше йәшәгән. Балта эше һәм мискә яһау, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, шарап ҡыуыу һәм 2 май һығыу з‑ды, 5 һыу тирмәне, 13 сауҙа кибете булған; улус идаралығы урынлашҡан. 1906 й. земство мәктәбе, 5 бакалея кибете, 3 һыу тирмәне, 5 тимерлек, мөгәзәй, земство ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһе булған. 1930—63 йй. — Маҡар районының адм. үҙәге. А.Н.Тимонин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика