ПЕТРОВА Ираида Алексеевна [16.3. 1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Йылболаҡ‑Матвеевка а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 4.10.1983, Мәскәү өлк. Калининград ҡ., Чебоксарҙа ерләнгән), шағирә, драматург. Нарс Урини псевдонимы аҫтында ижад итә. “Тядюк” (1969) повесы, “Юл сатында” (1973) трагедияһы, “Савби менән Кришна” (1975) әкиәте, “Ғүмер ебе” (1979; бөтәһе лә — сыуаш телендә) шиғырҙар йыйынтығы һ.б. авторы. П. исеме тыуған ауылындағы мәктәпкә бирелгән һәм уның исемендәге музей эшләй.

Әҙәб.: Сердцу близкие имена: краеведч. сб. Уфа, 1996.

И.Г.Тарасов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика