ПЕТРОВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Орловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Атлығас й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1182 кеше; 1920 — 1006; 1939 — 668; 1959 — 371; 1989 — 138; 2002 — 177; 2010 — 171 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1787 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Бөрө өйәҙе Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Вятка наместниклығы Палников а. урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Атлығас исеме м‑н билдәле була. 1795 й. 120 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 67 йортта 537 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1882 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика