АСҠАР, ауыл, Әбйәлил р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Асҡар а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнc. 350 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 47 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында, Асҡар—Дәүләт—Аэропорт (Магнитогорск), Сермән—Амангилде—Баймаҡ автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1900 й. — 0,5; 1920 — 1,2; 1939 — 1,8; 1959 — 2,3; 1989 — 5,1; 2002 — 7,1; 2010 — 7,6. Башҡорттар йәшәй (2002). ПУ, гимназия, Асҡар урта мәктәбе №1, балалар сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, ат‑спорт мәктәбе, 3 балалар баҡсаһы, мәҙәниәт һәм ял итеү үҙәге, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (8 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы, ш. иҫ. Әбйәлил башҡорт халыҡ хоры, “Йәшлек”, “Әхирәттәр”), үҙәк һәм балалар район китапханалары, Әбйәлил музейы, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. 30‑сы йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1755 й.) алып Әбйәлил (улус старшинаһы Әбйәлил Яҡшыбаев исеменән) исеме м‑н билдәле. Һуңыраҡ 1‑се А. (тәүге төпләнеүсе Асҡар Бейешев исеменән) булараҡ теркәлгән. 1795 й. 23 йортта 155 кеше иҫәпкә алынған, 1866 й. 82 йортта — 458 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған; улус идараһы урынлашҡан. 1900 й. 2 класлы урыҫ‑башҡ. училищеһы теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. А. В.И.Ленин һәйкәле (1982) — монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы. Ауыл янындағы һары умырзая популяцияһы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Р.А.Ғибәҙәтов, Ә.Ф.Лотфуллин, Б.М.Мәһәҙиева, И.М.Мирхәйҙәров, В.Ғ.Өмөтбаев, Р.В.Сәлмәнов ошо ауылда тыуған.

М.Ф.Хисмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке