ПЕТРОВКА, М а ҡ а й л ы, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 16 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1514 кеше; 1920 — 2085; 1939 — 2039; 1959 — 817; 1989 — 277; 2002 — 211; 2010 — 147 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Преображенск заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Му(а)ҡайлы, Нуҡайлы, Нуғайлы исемдәре м‑н билдәле булған. 1866 й. 162 йортта 761 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр, заводта эшләгәндәр. Часовня булған. 1900 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 2 һыу тирмәне теркәлгән. П.Е.Павлов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика