ПЕТРОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡушйылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 43 км һәм Аксаков т. юл ст. К.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Мәнәүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 406 кеше; 1959 — 254; 1989 — 144; 2002 — 128; 2010 — 139 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002).

Ауылға 1922 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Ҡушйылға а. бүлендек ауылы булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 50 йортло ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика