ПЕТИШЕВ Анатолий Андреевич (1.11.1937, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Лозовая а.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1992), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1964). 1963 й. алып Бөрө р‑нының Пономарёвка 8 йыллыҡ, 1965 й. — Николаевка урта мәктәптәре дир., 1967 й. — Өфөнөң 51‑се урта мәктәбендә тәрбиә эштәре б‑са дир. урынбаҫары. 1970 й. башлап БДУ‑ның Бөрө филиалында эшләй: 1974 й. алып урыҫ теле һәм әҙәбиәте ф‑ты деканы, 1975—83 йй. урыҫ һәм сит ил әҙәбиәте каф. мөдире, 1989 й. башлап фәнни эштәр б‑са проректор, 1996 й. — филол. һәм урыҫ теле, әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге 20 б. урыҫ соц.‑фәлс. прозаһын, Л.М.Леонов һ.б. ижадын өйрәнеүгә бәйле. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Человек и современный мир в романном искусстве Леонида Леонова. Уфа, 1989; Романное творчество Л.М.Леонова. Бирск, 2002 (авторҙ.); Писатели‑пейзажисты в школе. Бирск, 2003 (авторҙ.).

С.М.Усманов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика