ПЕРЕВОЛОЧАН, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Татырүҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 79 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 460 кеше; 1939 — 261; 1959 — 315; 1989 — 142; 2002 — 109; 2010 — 67 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. башында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1895 й.) Орск өйәҙендә Полтава губ. украин күскенселәре Переволочан утары булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. алып хәҙ. исе‑ мен һәм статусын йөрөтә. Ауыл эргәһендә Переволочан ҡурғандары табылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика