ПЕРВУШИН, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡамышлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 669 кеше; 1920 — 903; 1939 — 889; 1959 — 452; 1989 — 452; 2002 — 503; 2010 — 440 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Ҡамышлы урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙе Ҡаршын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Атамаһы Первуша Исаев (17 б. башында Өфөлә тупсы булған) исеменә бәйле, тип фараз ителә, уға ошо ерҙәр бүләккә бирелгән була. 1795 й. 22 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 105 йортта — 868 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 5 ел тирмәне булған. 1906 й. шулай уҡ тимерлек, шарап, бакалея һәм мануфактура кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика