ПЕРВОМАЙСКИЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ибраһим а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 722 кеше; 1959 — 622; 1989 — 394; 2002 — 381; 2010 — 374 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында “Өршәк” с‑зы ойошторолған ваҡытта Совхоздың үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика