ПЕРВОМАЙСКИЙ, М ы р ҙ а, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Өфө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 67 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 137 кеше; 1989 — 294; 2002 — 346; 2010 — 360 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалр баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1954—56 йй. сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү барышында Первомайский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 80‑се йй. П. 20 б. башында нигеҙләнгән 2‑се Мырҙа а. ҡушыла. 2005 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика