ПЕРВОМАЙСКИЙ, Э р т с, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Стәрлебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 4 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта Оло Ҡайраҡлы й. (Стәрле й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 133 кеше; 1959 — 219; 1989 — 680; 2002 — 790; 2010 — 716 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. МТС ойошторолған ваҡытта Стәрлебаш МТС‑ы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. алып Стәрлебаш РТС‑ы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 80‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.