ПЕРВОМАЙСКИЙ, Салауат р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 223 кеше; 1959 — 1430; 1989 — 583; 2002 — 510; 2010 — 395 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Көньяҡ Урал бокситлы бассейны ятҡылыҡтары эшкәртелгән ваҡытта Первомайский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1942 й. алып хәҙ. исем м‑н ҡала тибындағы ҡасаба. 40‑сы йй. П. Боксит рудниктары һәм Кукшик ҡасабалары, 50‑се йй. — Кукшик разъезы ҡаса‑ баһы, 1977 й. Яңы Покровка ҡасабаһы ҡушыла. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика