ПЕРВОМАЙСКИЙ, Өфө р‑нындағы ауыл, Шемәк а/с ҡарай. Район үҙә‑ генән Көнб. 54 км һәм Алкин т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Һарт й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 455 кеше; 1989 — 201; 2002 — 258; 2010 — 307 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1933 й. Эске эштәр ХК ида‑ ралығы с‑зы ойошторолоуға бәйле Совхоз бүлексәһе ҡасабаһы (ҡара: Махсус ҡасабалар) булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика