ПЕРВОМАЙСКИЙ, Мәләүез р‑нын‑ дағы ауыл, Первомайский а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 153 кеше; 1959 — 284; 1989 — 766; 2002 — 725; 2010 — 764 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Арыҫлан с‑зы ойошторолоуға бәйле Совхоздың үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2007 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика