ПЕРВОМАЙСКИЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Йәнгел а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 43 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Йәнгел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 105 кеше; 1959 — 311; 1989 — 371; 2002 — 350; 2010 — 362 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Йәнгел” с‑зы ойошторолған ваҡытта Совхоздың Пригородный хужалығы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика