ПЕРВОМАЙСК, Благовар р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 21 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 1052 кеше; 1989 — 871; 2002 — 955; 2010 — 970 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Благовар‑агроинвест” ЯСЙ‑нда, “Языков” линия производство‑диспетчер станцияһында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 1949 й. Туймазы—Өфө нефть үткәргесе төҙөлөүгә бәйле 4‑се төҙөлөш идаралығы эргәһендәге Майҙансыҡ ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1959 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2002 й. хәҙ. статусын ала.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика