ПЕНЬКОЗАВОД АУЫЛЫ, Баҡалы р‑нында, Дияш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 14 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 63 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 56 кеше; 1959 — 141; 1989 — 183; 2002 — 171; 2010 — 129 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы Баҡалы сүс заводында эшләй. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Баҡалы сүс з‑ды төҙөлгөн ваҡытта Дияш а. кешеләре Пенькозавод ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.