ПЕНЬКОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Күсәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 302 кеше; 1920 — 366; 1939 — 435; 1959 — 250; 1989 — 140; 2002 — 186; 2010 — 157 кеше. Мариҙар, урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1736 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 25 йортта 147 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел тирмәне булған. 1906 й. шулай уҡ мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика