ПЕНЗА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дурасов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 24 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 302 кеше; 1920 — 477; 1939 — 412; 1959 — 231; 1989 — 119; 2002 — 133; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1872 й. Өфө өйәҙендә Тиханованан һатып алған ерҙәрҙә Пенза, Өфө губерналарынан күскенселәр Новоцарёвщина яңы ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 90 йортта 468 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Тимерлек, мөгәзәй булған. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018