ПАХАРЬ, П я т и л е т к а, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Донской а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Аксаков т. юл ст. Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Һалҡыншишмә й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 327 кеше; 1959 — 226; 1989 — 450; 2002 — 377; 2010 — 414 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Шаровка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында а.х. ширҡәте булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 6 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып ҡасаба булараҡ теркәлгән, 60‑сы йй. хәҙ. статусын ала. Н.Ә.Дауытов ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика