ПАРФЁНОВ Пётр Семёнович, П ё т р  А л т а й с к и й [29.6. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 31.5.) 1894, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Никольский а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 29.7.1937, Мәскәү], яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1922 й. алып Коминтерн, “Советский путь” (“Совет юлы”) ж., “Коллективист” ж. редакцияһы хеҙм‑ре (икеһе лә — Мәскәү), Фарсы илендәге сауҙа вәкиле урынбаҫары, 1925—26 йй. ВКП(б) ҮК‑ның Себер һәм Алыҫ Көнбайыш б‑са инструкторы, 1927— 29 йй. РСФСР Дәүләт планы урынбаҫары һәм рәйесе, “Мәскәү яҙыусылары ширҡәте” (“Московское товарищество писателей”) нәшриәте етәк‑ сеһе. Тәүге шиғырҙарын 1910 йй. баҫтыра. “Себерҙә Граждандар һуғышы. 1918—1920” (“Гражданская война в Сибири. 1918—1920”; 1925), “Килешеү фронттарында” (“На соглашательских фронтах”; 1927), “Алыҫ Көнбайыш өсөн көрәш. 1920—1922” (“Борьба за Дальний Восток. 1920— 1922”; 1931) тарихи китаптары, “Шәхси һәм дөйөм” (“Личное и общественное”; 1933) романы, “Гатчинаға поход” (“Поход в Гатчину”; 1932) повесы, шиғырҙар авторы. П. “Партизан гимны” (“Үҙәндәр һәм түбәләр буйлап...”, 1920) йыры 20 б. урыҫ йыры классикаһына инә. 1935 й. репрессиялана, атыла. 1956 й. аҡлана. П. исеме м‑н БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк а., Барнаул, Спасск‑Дальний ҡҡ. урамдары аталған.

Әҙәб.: У з и к о в Ю.А. “По долинам и по взгорьям...” //Это с нами навсегда. Уфа, 1983.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика