СОЛТАНОВ Фуат Фәйзрахман улы (30.3.1928, Төркмән ССР‑ы Ташауыҙ ҡ. — 2003, Ашхабад), физиолог. Төркмәнстан ФА (1975) һәм мед. ФА (1992) акад., БР ФА‑ның почётлы акад. (1995). Мед. ф. д‑ры (1965), проф. (1967). Төркмәнстандың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1964). Төркмән мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Ашхабад, 1950) 1953 й. алып ш. уҡ эшләгән: уҡытыусы, бер үк ваҡытта 1960 й. башлап табиптарҙың белемен камиллаштырыу ф‑ты деканы; 1961 й. — патологик физиол. каф. мөдире. 1964 й. алып фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1993 й. — Төркмәнстан ФА‑ның Арид зона физиол. һәм эксперименталь патологияһы ин‑ты лаб. мөдире; бер үк ваҡытта 1969 й. башлап биол. фәндәре бүлегенең акад.‑секретары, 1988 й. алып Төркмәнстан ФА‑ның вице‑президенты (икеһе лә — Ашхабад). Фәнни эшмәкәрлеге ҡоро климат шарттарында кеше һәм хайуандар организмы реакцияһын: терморегуляция физиол., йөрәк‑ҡан тамырҙары һәм бүлеп сығарыу системаларының функциональ торошон, биоэнергетика үҙенсәлектәрен, эҫе климат шарттарында аҡһым, һыу‑тоҙ һ.б. алмашыу төрҙәрен комплекслы өйрәнеүгә арналған. С. етәкс. кеше һәм хайуандар организмына ҡыҫҡа һәм оҙайлы ваҡыт тирә‑яҡ мөхиттең юғары т‑ралары тәьҫир иткәндә регуляцияның нейрогумораль механизмдары тикшерелә, организмдың яуап реакцияһының интеграль схема-концепциялары булдырыла. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Төркмән ССР‑ы Дәүләт пр. лауреаты (1970). Халыҡтар дуҫлығы (1986), “Почёт Билдәһе” (1978) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Гормональные механизмы температурной адаптации. Ашхабад, 1991 (авторҙ.); Терморегуляция детей в жарком климате. Ашхабад, 1994.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика