СЕРЁЖИН Игорь Николаевич (28.5. 1958, Термез ҡ.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда (1989 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 2008 й. башлап “Татнефть” асыҡ АЙ‑ның һәм Әлмәт ҡ. мед.‑санитария бүлегендә эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге күреү ағзаһы ауырыуҙарын һәм травмаларын хирургик дауалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. С. ҡатнашлығында сыҡҡан күҙ яҫмығы экстракцияһы, күҙҙең селтәрле ҡатламының тракцион ҡубыуын, пролифератив витреоретинопатияны һ.б. дауалау ысулдары эшләнгән; күҙ эсенән ят есемдәрҙе, эпиретиналь катаракталарҙы алып ташлау өсөн яйланмалар, күҙҙең алғы өлөшөнөң травматик инфекцияларын дауалау сараһы һ.б. уйлап табылған. 185‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Витреоретинальная хирургия при заболеваниях и травмах глаз. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика