СЕПСИС (гр. seјpsis — сереү), дөйөм эренле инфекция, кеше һәм хайуандар ауырыуы, шешеү сығанағынан (ҡан һәм лимфа аша туҡымаларға һәм ағзаларға) инфекция таралыуы һөҙөмтәһендә үҫешә.

Кеше С. Септик сығанаҡтың урыны б‑са хирургия, терапия, яра, кендек һ.б.; этиологияһы б‑са — стафилококк, зәңгәр эрен, менингококк, бәшмәк һ.б.; клиник‑морфол. билдәләре б‑са — септицемия, септикопиемия, септик эндокардит, хрониосепсис; барышы б‑са — үтә киҫкен (1—2 тәүлек), киҫкен (5—7 тәүлеккә тиклем), киҫкенгә яҡын һәм хроник төрҙәргә айыралар. Төп билдәләре: тән т‑раһы күтәрелеү (39—40°С), өшөп ҡалтыраныу, тахикардия һ.б. Диагностика өсөн клиник һәм лаб.‑инструменталь тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (бактерияға ҡаршы, инфузион препараттар, иммунотерапия һ.б.), детоксикацияның экстракорпораль ысулдары (плазмаферез, гемосорбция һ.б.), хирургик (эренле сығанаҡтарҙы таҙартыу). 20 б. 40‑сы йй. алып БДМИ-ла (ҡара: Медицина университеты) В.А.Жухин етәкс. яра С. булғанда туҡымаларҙағы морфол. үҙгәрештәр өйрәнелә (М.Г.Ибраһимова, В.В.Сгибова, А.А.Феофанова, В.М.Чтецова). 60‑сы йй. Ә.С.Дәүләтов етәкс. С. иҫкәртеү һәм дауалау ысулдары (В.М.Маркушев), 80‑се йй. — травматологияла һәм ортопедияла (Ф.Ф.Мөхәмәтов, М.Ә.Нартайлаҡов, К.М.Фарзетдинов, И.М.Ямаль), хирургияла (Т.И.Мостафин), оториноларингологияла (Н.А.Арефьева, Р.Р.Бикбулатов), стоматологияла (Л.П.Герасимова, М.Ф.Кәбирова, Т.С.Чемикосова) С. иҫкәртеү ысулдары эшләнә. 90‑сы йй. башлап кардиохирургик профилле ауырыуҙарҙа (В.А.Сурков), стафило‑протеин‑зәңгәр эренле вакцина ҡулланып бешеүҙән йәрәхәтләнгәндәрҙә (Д.А.Тимербаева), балалар С. (А.Ә.Ғүмәров, П.И.Миронов, И.М.Ниғмәтуллин, Р.М.Хәйруллина) һәмэренле‑септик ауырыуҙарҙы (А.А.Корженевский, Мостафин, М.Р.Царёв) — ронлейкин, абдоминаль С. булғанда гемофильтрация (С.Н.Хунафин) ҡулланып дауалауҙа С. иммунопрофилактикаһы камиллаштырыла, абдоминаль хирургияла эренле‑септик өҙлөгөүҙәрҙе күҙаллау ысулдары эшләнә (В.В.Викторов). 1994 й. алып Республика клиник дауаханаһы базаһында Респ. сепсисҡа ҡаршы үҙәге эшләй (В.Д.Дорофеев, Мостафин).

Хайуандар С. Стафилококтар, стрептококтар (йылҡыла), коктарҙың эсәк таяҡсаһы, протей м‑н (һыйыр малы һәм ваҡ малда), диплококтың эсәк таяҡсаһы м‑н (сусҡаларҙа) берләшмәләре тыуҙыра. Ауыр травмалар, оҙаҡ бөтәшмәүсе яралар (яра С.), ауыр йәрәхәттәр м‑н бала табыу (бала тапҡандан һуңғы С.) һ.б. һөҙөмтәһендә иммунитет түбәнәйгәндә барлыҡҡа килә. Септик сығанаҡтың урыны б‑са хирургия, гинекология һәм криптоген С.; клиник‑анатомик үҙенсәлектәре б‑са септицемия (башлыса йәш малда була), пиемия (һыйыр малында) һәм септикопиемия (сусҡаларҙа) айырыла. Төп билдәләре: мал аҙығынан баш тартыу, тән т‑раһы күтәрелеү (40°С һәм юғары), тахипноэ, ашҡаҙан‑эсәк юлы функциялары боҙолоу һ.б.; беренсел септик сығанаҡта — үҫә барған шешеү, тромбофлебит, абсцесс һ.б. Дауалау: медикаментоз (дөйөм нығындырыусы һәм микробҡа ҡаршы препараттар), хирургик (беренсел инфекция сығанағын эшкәртеү). Иҫкәртеү: травмалар булғанда ваҡытында ярҙам күрһәтеү, хайуандарҙы ҡарау һәм файҙаланыуҙың санитария‑гигиена талаптарын үтәү, диспансерлаштырыу һ.б. Аграр университетта балалағандан һуңғы һәм яра С. дауалау, иҫкәртеү ысулдары эшләнә һәм камиллаштырыла (В.В.Ғимранов, Е.Н.Сковородин).

У.Ғ.Ҡадиров, Т.И.Мостафин, Е.Н.Сковородин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика