АСКИН Ғәйфетдин Ғәфиәт улы [10.10.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Сураш а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 27.9.2007, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. көҙөнән алып Сталинград, Дон, Резерв, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы 15‑се гвардия уҡсылар див. 43‑сө гвардия артиллерия полкының орудие ком. гвардия сержанты А. 1945 й. 12 ғин. Висла й. янындағы Сандомир плацдармындағы һуғыштарҙа һәм Оппельн ҡ. төньяҡтараҡ Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. демобилизациялана. 1946 й. алып БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Үкәрле а/с рәйесе, 1954—57 йй. КПСС‑тың Нуриман район ком‑ты секретары. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Ул уҡыған Үкәрле а. урта мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Швецов Д.И. И один в поле воин //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке