СЕМАГИН Василий Александрович (25.12.1919, Стәрлетамаҡ ҡ.), хирург. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1955). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1942) Төньяҡ‑Көнбайыш һәм Карелия фронттарында полктың өлкән табибы, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында мед.‑санитария батальонының госпиталь взводы командиры. 1946 й. алып Стәрлетамаҡта эшләй: ҡала поликлиникаһы мөдире, 1950 й. башлап 1‑се ҡала дауаханаһының бүлек мөдире; 1980—87 йй. синтетик каучук з‑дының мед.‑санитария бүлегендә (1985 й. тиклем баш табип урынбаҫары). Ленин (1961), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика