СЕЛЬСКИЙ Натан Евсеевич (25.9. 1958, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2002). РФ‑тың (2015), БР‑ҙың (2000) атҡ. табибы, БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2008). БДМИ‑ны тамамлаған (1982). 1983 й. алып Ишембай ҡ. үҙәк район дауаханаһында эшләй. 1986 й. башлап Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә: 1989 й. — бүлек нач., 1992 й. — ген. дир. 1‑се урынбаҫары, бер үк ваҡытта бүлек мөдире; ш. уҡ ваҡытта 2004 й. алып Урал мед. акад. (Екатеринбург ҡ.) уҡыта. 2006 й. башлап “Косметологик дауахана” ЯАЙ‑нда (Өфө): 2007 й. — бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге яңаҡ‑йөҙ хирургияһы һәм стоматология өсөн трансплантаттар һәм имплантаттар, яңаҡ-йөҙ өлкәһендә тыумыштан булған йәки тормошта барлыҡҡа килгән, ш. иҫ. йомшаҡ һөлдәлә һәм йөҙ һөлдәһендә бергә килгән, дефекттар һәм деформацияларҙы хирургик дауалау ысулдарын эшләүгә арналған. С. етәкс. терәк‑контур пластикаһы өсөн һөйәк аллотрансплантаттары һ.б. эшләнә. РФ Хөкүмәте пр. лауреаты (2007). 70‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Применение биоматериалов “аллоплант” в челюстно‑лицевой хирургии. Уфа, 2000.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика