САФУАНОВА Гүзәл Шағбан ҡыҙы (19.9.1960, Сибай ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2007). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1983), 1990 й. алып БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге терапия, гематология һәм иммунология мәсьәләләренә; ҡан һәм ҡан барлыҡҡа килтергән ағзалар ауырыуҙары булған пациенттарҙың эске ағзалары этиологияһын, клиник‑функциональ торошон, генетик һәм иммунологик боҙолоштарын, йәшәү сифатын  өйрәнеүгә; эритрон патологияһын, БР халҡының тимер дефицитлы анемия патогенезын тикшереүгә арналған. С. ҡатнашлығында тимер дефицитлы анемияның үҫешен прогнозлау, ҡушма терапия ысулдары һәм был ауырыу булғанда иммун системаһының цитокиндар продукцияһы һәм күҙәнәктәрҙе активациялау маркерҙары боҙолоуын төҙәтеү өсөн сара эшләнә. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Лимфаденопатии. Уфа, 2001 (авторҙ.); Железодефицитная анемия — современные аспекты. Уфа, 2003 (авторҙ.); Острая абдоминальная и тазовая боль (клиника, дифференциальная диагностика и тактика). Уфа. 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика