САФИН Шамил Мәхмүт улы (28.3.1956, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а.), нейрохирург. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001). БДМИ‑ны тамамлаған (1979). 1980 й. алып Респ. клиник дауаханаһында эшләй (2001 й. башлап бүлек мөдире), 2007 й. — “Нейрохирургия” респ. махсус төрҙәге мед. ярҙамы үҙәге етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге нервы системаһының шештәрен, гидроцефалияны, краниовертебраль (Арнольд—Киари аномалияһы, сирингомиелия) һәм функциональ (ауыртыу синдромдары, Паркинсон ауырыуы, эпилепсия) нейрохирургик патологияларҙы хирургик дауалау проблемаларына арналған. С. ҡатнашлығында баш мейеһенең хроник субдураль гематомаларын, балаларҙа травматик субдураль һәм баш һөйәге эсендәге гематомаларҙы хирургик дауалау ысулдары; вентрикулоперитонеаль шунттың абдоминаль катетерын имплантациялау ысулы һ.б. эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Гидроцефалия (Патогенез, диагностика, хирургическое лечение). СПб., 1998 (авторҙ.); Повторные ликворошунтирующие операции. Алматы; СПб., 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика