САФИН Ирек Әхмәт улы (15.6.1932, ТАССР‑ҙың Әлмәт р‑ны Мәмәт а. — 23.1.2004, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1987), проф. (1989). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999), БР‑ҙың атҡ. табибы (1993). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) 1961 й. тиклем Мишкә район дауаханаһында (1958 й. алып баш табип), 1963 й. башлап Респ. клиник дауаханаһында (1964 й. алып бүлек мөдире) эшләй. 1971 й. башлап БДМУ‑ла (1985—97 йй. дөйөм хирургия каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге бауырҙың диффуз ауырыуҙары этиологияһын һәм патогенезын өйрәнеүгә, хроник вируслы гепатитты һәм бауыр циррозын, бауырҙың сығанаҡлы ауырыуҙарын һәм травматик зарарланыуын аллотрансплантаттар файҙаланып, хирургик дауалауҙың патогенетик ысулдарын эшләүгә һәм диагностикаһын камиллаштырыуға, эренле хирургия һәм гастроэнтерологияла хирургик патология мәсьәләләренә арналған. С. ҡатнашлығында бауырҙың диффуз ауырыуҙары булғанда артериализациялау һәм регенерацияны стимуляциялау ысулдары эшләнгән. БР‑ҙа тәүге тапҡыр хирургик гепатология һәм лазер мед. респ. үҙәктәрен ойоштора һәм етәкләй. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Хирургическое лечение повреждений печени. Уфа, 1997 (авторҙ.); Современная диагностика и хирургическое лечение опухолей надпочечников. Уфа, 2004 (авторҙ.); Хирургия печени и желчных путей. Ростов н/Д, 2007 (авторҙ.).

М.Ә.Нартайлаҡов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика