САТАЕВ Валерий Урал улы (16.3.1967, Өфө), балалар хирургы. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006). БДМИ‑ны тамамлаған (1990). 1991 й. алып Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй (2001 й. башлап бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1999 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа тыумыштан пилоростеноз булғанда ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалауҙың лапаро‑ һәм торакоскопик ысулдарын камиллаштырыу, операциянан һуңғы перитонитты, үпкәнең хроник эренле ауырыуҙарын, плевра эмпиемаһын һ.б. дауалау мәсьәләләре м‑н бәйле. С. ҡатнашлығында Helicobacter pylori арҡаһында барлыҡҡа килгән хроник гастриттың, пилорик хеликобактериоздың эндоскопик диагностикаһы, гастродуоденаль сей яраларҙы (аутофибронектин ҡулланып), бауырҙың, бөйөрҙөң, үпкәнең һ.б. эхинококк кисталарын дауалау ысулдары эшләнә. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Эндоскопическая хирургия у детей. М., 2002 (авторҙ.); Общее обезболивание при эндохирургических операциях у детей. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика