САНИТАРИЯ АВИАЦИЯҺЫ, махсусашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте; һауа һәм ер өҫтө санитария транспорт сараларын файҙаланып, алыҫ райондарҙағы халыҡҡа юғары квалификациялы ашығыс һәм планлы консультатив мед. ярҙамы күрһәтә (табиптарҙы, ҡан һәм уның компоненттарын, тиҙ мед. йөктәрен килтерә, ауырыуҙарҙы үҙәк дауалау учреждениеларына эвакуациялай). Башҡортостанда 1934 й. алып С.а. Башосоавиахим (ҡара: Рәсәй оборона спорт‑техник ойошмаһы) самолёттары ҡулланыла. 1936 й. Республика клиник дауаханаһы эргәһендә С.а. станцияһы (1949 й. башлап тәүлек әйләнәһенә диспетчер хеҙмәте эшләгән ашығыс һәм планлы мед. ярҙамы бүлеге) төҙөлә. 1968 й. бүлектә 2 табип һәм 6 шәфҡәт туташы эшләгән, 4 санитария автомобиле, 3 самолёт һәм вертолёт булған. Бүлекте Респ. клиник дауаханаһының баш табибы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә — Респ. һәләкәттәр медицинаһы үҙәге етәксеһе етәкләй. Өфөнөң 11 дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһында йәйелдерелгән 53 респ. дауалау‑диагностика үҙәгенән 260‑ҡа тиклем табип йәлеп ителә. Респ. клиник дауаханаһының 4 автомобиле (ш. иҫ. реанимобиль), Респ. балалар клиник дауаханаһының 4 автомобиле (ш. иҫ. 3 — яңы тыуған балаларҙы реанимациялау өсөн) һәм 2‑се Респ. клиник дауаханаһының реанимобиле, “Өфө авиалиниялары” авиация компанияһы ЯАЙ‑ның 2 самолёты һәм 2 вертолёты файҙаланыла. 2008 й. БР‑ҙа С.а. хеҙмәте тарафынан 2335 саҡырыу хеҙмәтләндерелә, шуларҙың 216‑һы һауа транспорты м‑н, 2119‑ы — ер өҫтө транспорты м‑н; 2772 консультация, 590 операция, 1093 мед. манипуляцияһы үткәрелә, 941 ауырыу, 361,8 л ҡан килтерелә. Респ. С.а. эшмәкәрлеген камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. Респ. клиник дауаханаһында алып барыла (Ю.В.Лузин, Р.И.Лось).

Р.Р.Әбдиев

   Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика