САМЦОВ Владимир Александрович (14.11.1905, Өфө — 1.1.1974, шунда уҡ), патофизиолог. Мед. ф. д‑ры (1944), проф. (1945). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1947). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1929) шунда уҡ эшләй. 1934—71 йй. БДМИ‑ла: 1945 й. алып патологик физиол. каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1948—54 йй. дауалау ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге анафилаксия, гипертония, шок булғанда, ионлы радиация тәьҫирендә организмдағы патологик үҙгәрештәрҙе өйрәнеүгә арналған. С. тарафынан эволюцияның һуңғы этаптарында күҙәнәкле һәм гумораль иммунитет реакцияларына ҡаршы аллергик реактивлыҡ барлыҡҡа килеүе аныҡлана; төркөмө тап килмәгән ҡан алғанда организмдың һиҙемлеген билдәләүсе факторҙар асыҡлана. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1953, 1961).

Д.Ә.Йәнекәев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика