“САЛЮТ”, ДУП, шифахана‑һауыҡтырыу лагеры. Өфөлә урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра –15°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19°С). 1971 й. шифахана тибындағы пионер лагеры булараҡ асыла, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Ҡан әйләнеше, аш һеңдереү, тын алыу, нервы, бәүел сығарыу һәм эндокрин системаһы ағзалары ауырыған 7—15 йәшлек балалар өсөн тәғәйенләнгән. Йыл әйләнәһенә эшләй, 274 урынға (йәйен 395) иҫәпләнгән (2008). Бальнеотерапия, диетотерапия, ҡымыҙ менән дауалау, дауалау физкультураһы, физиотерапия, фитотерапия, спелеотерапия һ.б. ҡулланыла. Балалар урта дөйөм белем биреү мәктәбе программаһы б‑са уҡытыла. “Һаулыҡ йорто — 2008” Бөтә Рәсәй форумының алтын миҙалы м‑н бүләкләнгән.

Н.Р.Усманова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Илл.: “Салют” шифахана‑һауыҡтырыу лагеры

Яндекс.Метрика