САҠАЕВА Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы (15.1.1916, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Табанлыкүл а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк а., — 16.5.2007, Өфө), нефролог. Соц. Хеҙмәт Геройы (1969). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1966), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1941) Өфөнөң 1741‑се һәм 5913‑сө эвакогоспиталдәрендә эшләй. 1947—90 йй. Респ. клиник дауаханаһында (1958—84 йй. бүлек мөдире). Фәнни‑практик эшмәкәрлеге урологик һәм нефрологик ауырыуҙар, бөйөрҙөң киҫкен етешмәүсәнлеге (бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк, нефрит, сепсис, ағыуланыу һ.б.) патогенезын, клиникаһын өйрәнеүгә, уларҙы диагностикалау һәм дауалауға; уронефрологик профилле ауырыуҙарға махсус мед. ярҙамы ойошто‑роуға бәйле. С. етәкс. респ. тәүге гемодиализ үткәрелә, Респ. клиник дауаханаһында “яһалма бөйөр” бүлеге асыла. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин (1969), “Почёт Билдәһе” (1961) орд. м‑н бүләкләнгән. Респ. клиник дауаханаһы бинаһына С. иҫтәлегенә арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: П а в л о в В.Н., К о р ж а в и н Г.В. Урологии Башкортостана 60 лет. Уфа, 2008.

Г.В.Коржавин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Илл.: М.Ф.Саҡаева

Яндекс.Метрика