САҠАЕВА Динә Дамир ҡыҙы (13.1.1967, Өфө), онколог. Мед. ф. д‑ры (2004). БДМИ‑ны тамамлаған (1990). 1994 й. алып Өфөнөң 18‑се дауаханаһында, 1995 й. — Респ. клиник онкология диспансерында (2007 й. башлап химиотерапия б‑са баш табип урынбаҫары) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге онкологик ауырыуҙарҙы дауалағанда шештәргә ҡаршы дарыуҙар тәьҫирен өйрәнеүгә, яман шештәрҙең (ш. иҫ. баш мейеһе, баш, муйын, ашҡаҙан‑эсәк юлы, һөт биҙе шештәрен) химиотерапия ысулдарын камиллаштырыуға, иҫкәртеүгә һәм өҙлөгөүҙәрен төҙәтеүгә арналған. С. ҡатнашлығында цитостатик һәм нурланыштан һуңғы лейкопенияны иҫкәртеү һәм дауалау ысулы эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Клиническая фармакология в онкологии. М., 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика