САҘРЕТДИНОВ Марсель Әмирйән улы (13.4.1964, ТАССР‑ҙың Бөгөлмә р‑ны Урыссу ҡсб), анестезиолог‑реаниматолог. Мед. ф. д‑ры (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1990) Өфөнөң 21‑се дауаханаһында, 1993 й. алып ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында (2000 й. башлап бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 2008 й. алып БДМУ‑ла (2009 й. — дипломдан һуң белем биреү ин‑ты курсы м‑н анестезиология һәм реаниматология каф. мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге критик хәлдә булған ауырыуҙарҙа метаболик боҙолоштарҙы иртә диагностикалауға һәм төҙәтеүгә, һөйәк‑мейе травмаларын,организмдың күп һәм бер нисә урында йәрәхәттәрҙән зарарланыуын, перитонитты, инсультты һ.б. дауалауға арналған. С. ҡатнашлығында гастродуоденаль зонаны декомпрессиялау, нәҙек эсәк моторикаһын стимуляциялау һ.б. ысулдар эшләнә. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Хирургия абдоминальных повреждений. Уфа, 2002 (авторҙ.); Ишемические реперфузионные механизмы в развитии эрозивноязвенных поражений гастродуоденальной зоны. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика