САДИҠОВ Фәнис Ғилман улы (1.2.1936, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Ниғмәтулла а.), балалар хирургы. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1986), СССР‑ҙың (1986) һәм БР‑ҙың (2006) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Яңауыл район дауаханаһында, 1968 й. алып Респ. клиник дауаханаһы эргәһендәге санитария авиацияһында эшләй. 1970 й. башлап БДМУ‑ла: уҡытыусы, 1984 й. — педиатрия ф‑ты деканы, 1990 й. — дипломдан һуң белем биреү ин‑тының педиатрия һәм балалар хирургияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын иртә диагностикалау, хирургик дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға, хирургик ауырыуҙарҙың анемия оҙатып килгәндә клиникаһын өйрәнеүгә, балалар хирургияһында иммунокоррекция мәсьәләләренә һ.б. арналған. С. ҡатнашлығында аутоиммун тиреоидитты диагностикалау ысулы эшләнә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Лихорадочные состояния у детей. Уфа, 2005 (авторҙ.); Атлас хирургических болезней детского возраста. Уфа, 2007 (авторҙ.); Рентгенодиагностика хирургических болезней у детей. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика