САВОНЕНКО Нина Иосифовна (12.4.1921, Өфө — 1996 й. февр., Ленинград өлк. Гатчина ҡ.), педиатр. Соц. Хеҙмәт Геройы (1969). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1942) Тихвин ҡ., 1944 й. алып Гатчина ҡ. мед. учреждениеларында эшләй: ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегендә, 1953 й. — ҡала дауаханаһында (балалар бүлеге мөдире, 1957—60 йй. балалыҡ б‑са баш табип урынбаҫары). 1976—80 йй. Ленинград өлкә туберкулёз диспансерында эшләй. Балаларҙың туберкулёз м‑н ауырыуын кәметеү б‑са С. эшмәкәрлеге СССР‑ҙа иң өлгөлө тип табыла. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1969).

А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика