САБЫРТМАЛЫ ТИФ, э п и д е м и к с а б ы р т м а л ы т и ф, кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Rickettsia Prowazekii тыуҙыра. Беренсел һәм рецидив (Брилл ауырыуы) С.т. айырыла. Ауырыу барышының осорҙары: башланғыс (4— 5 көн), көсәйеү (4—12 көн), һауыға башлау (2—4 аҙна). С.т. йөрөтөүселәрҙең (кейем һәм баш беттәре) эсәктәренән сыҡҡан бүлендектең кеше тәнен тырнағанда уның лайлалы тиресәһенә эләгеүенән йоға. Тыуҙырыусылар ҡан тамырҙарының эндотелиаль күҙәнәктәрен (некроз, тромбоз үҫешә), нервы (менингоэнцефалит) һәм йөрәк‑ҡан тамырҙары системаларын зарарлай. Инкубация осоро 6—21 көн дауам итә. Төп симптомдары: тән т‑раһының 39—40°С тиклем күтәрелеүе, тән тиреһенә розеолёз‑петехиаль сабыртма таралыуы, көслө баш ауыртыу, психомотор ҡуҙғыу һ.б. Диагностика өсөн клиник- эпидемиологик һәм лаб. (серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антибактериаль, кардиотроп, седатив һ.б. препараттар). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: пневмония, тромбоэмболия, миокардит һ.б. Иҫкәртеү: педикулёзға ҡаршы көрәш. Башҡортостанда Граждандар һуғышы, аслыҡ һ.б. соц. бәлә‑ҡазалар ваҡытында С.т. эпидемияһы күҙәтелә. 1919 й. Өфөлә И.А.Чистяков етәкс. Тифҡа ҡаршы көрәш б‑са ғәҙәттән тыш комиссия төҙөлә. 1920 й. Башҡ‑н респ. С.т. м‑н ауырыған 26755 кеше теркәлгән. 30‑сы йй. башына респ. терр‑яһында эпидемияға ҡаршы саралар үткәреү һөҙөмтәһендә халыҡтың ауырыуы ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә. 2000 й. алып БР‑ҙа был ауырыу теркәлмәй.

Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика