РОМАНКЕВИЧ Владимир Михайлович (10.9.1889, Гродно ҡ. — 6.11.1966, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1963), проф. (1963). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957). Харьков ун‑тын тамамлағандан һуң (1918) Харьков һәм Ярославль ҡҡ. эшләй. 1919 й. алып Өфөлә: хирургия һәм хәрби госпиталдәрҙә, 1922—27 йй. 1‑се совет дауаханаһында, бер үк ваҡытта Башҡ. мед. техникумында, 1931 й. башлап БАССР‑ҙың Һаулыҡ һаҡлау ХК‑нда, 1932 й. — БДМИ‑ның анатомия, гистология каф., 1934 й. — оператив хирургия һәм топографик анатомия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1933—38 йй. Мәскәү ҡан ебәреү ин‑ты филиалының ғилми етәксеһе, 1950—56 йй. БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы. Фәнни эшмәкәрлеге оло кешенең күкрәк һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларын, нервы һәм ҡан тамырҙары системаларын, ш. иҫ. симпатик һәм гиҙеүсе нервыларын, бронхиаль нервы сырмалсыҡтарын, барлау веналарын һ.б. топографик‑анатомик тикшереүгә, ҡулайлы оператив үтеп инеү юлдарын эҙләүгә арналған. БДМИ‑ны, респ. ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәтен ойоштороусыларҙың береһе. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1967).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.